+11 °С
Ясно
Общество
18 Марта 2020, 13:55

Уның хатта күңеле лә йырлай

Тимерхан йырлы күңел менән тыуған.

Тимерхан йырлы күңел менән тыуған. Үҙ-үҙен күпме хәтерләй, шул тиклем йырлай ҙа. Малайҙы, әле бала ғына ваҡытта уҡ, өлкәндәр урындыҡҡа баҫтырып, уның тыйнаҡ, әммә күңелле һәм йомшаҡ тауышын тыңлағандар.

Талант хәрәкәттә үҫә, тип әйтәләр. Был беҙҙең геройыбыҙға ла тулыһынса ҡағыла. Уның һәләтен Өфөнән талантлы балаларҙы һайлау һәм уҡырға саҡырыу өсөн килгән белгес күреп ҡала.

Һәм бына Йәрмәкәй районының Ҡушҡаран ауылы егете Республика музыка интернат-мәктәбе уҡыусыһы. Баян бүлеген уңышлы тамамлай һәм Куйбышев педагогика институтының музыка бүлегендә үҙ талантын үҫтереүҙе дауам итә. Бында ла ул белем үренә бик еңел күтәрелә. Үҙ тауышын шымарта, оҫталығын үҙләштерә һәм виртуоз баянисҡа әүерелә.

Уның бармаҡтары клавишалар буйлап йүгереп китһә, оҫта тауышы һәм күңеле менән йырлай башлаһа, тыңлаусыларҙың йөрәктәре тыныслана, ә аяҡтары бейей!

Бәләбәй педагогия училище-һында студенттар менән эш башлағас ҡына, повестка килә – Ватан алдындағы бурыстарын үтәргә ваҡыт етә. Егет армегә китә.

Кителенә лейтенант погонда-
ры тағып ҡайтҡан уҡытыусы-ның мөләйемлегенә күп ҡыҙҙар ғашиҡ була!

Училищела Тимерхан Әсҡәт улы буласаҡ тормош иптәше Гүзәл Риф ҡыҙы менән таныша. Шул ваҡыттан бирле улар тормош буйынса ҡулға-ҡул тотоноп бара.

Бөгөн Әхмәтовтар Бәләбәй ҡалаһының татар гимназияһы уҡыусыларын сәнғәткә өйрәтә. Тимерхан Әсҡәт улы, бынан тыш, уҡыу-уҡытыу ойошмаһының музыкаль бүлеген етәкләй. Хеҙмәттәштәре, яҡташтары, дуҫтары, туғандары алдында сығыш яһарға ваҡыт таба, баян һәм гитарала уйнарға теләүселәр менән шөғөлләнә. Бынан тыш, үҙ уҡыусыларын концерт-конкурстарға әҙерләп, призлы урындар яулай.

Ғаиләнең өс балаһы бар. Олоһо Алһыу – Ҡазан авиация институтының беренсе курс студенты, Яҙгөл һигеҙенсе, Булат алтынсы синыфта яҡшы уҡый.

Юғары категориялы уҡы-тыусы, БР Мәғариф отличнигы, РФ урта һөнәри белем биреүҙең почётлы хеҙмәткәре үҙ моңон халыҡ менән ихлас уртаҡлаша.

Читайте нас