+14 °С
Облачно
Общество
18 Марта 2020, 13:48

Милләт асылы – йолаларҙа

Мул тормошта йәшәйбеҙ, тик күңелгә нимәлер етмәй. Рухи яҡтан баймы, берҙәмме беҙ?..

Мул тормошта йәшәйбеҙ, тик күңелгә нимәлер етмәй. Рухи яҡтан баймы, берҙәмме беҙ?.. Ата-бабаларыбыҙ берҙәм булып, барын бүлешеп йәшәгән, ҙур эштәрҙе өмә итеп башҡарған, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәгән, байрам иткән. Өҫтөнә кейергә кейеме, ауыҙ тултырып ашарға икмәге булмаһа ла, күңеле көр, кәйефе күтәренке булған. Матди байлыҡтан рухи байлыҡты өҫтөн күргән.

Әле ҡыштың һанаулы ғына көндәре ҡалып бара. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә элек-электән беҙҙең аҡ инәйҙәребеҙ, өләсәйҙәребеҙ, әсәйҙәребеҙ йыйылышып, ҡул эштәрен ҡыҫтырып, кис ултырырға бер-береһенә йөрөгәндәр. Милли көйҙәребеҙҙе көйләп, йырлай-йырлай сигеү сиккәндәр, бәй-ләм бәйләгәндәр, йөн иләгәндәр. Ҡулдары, күҙҙәре талып китһә, уйындар ҙа уйнап алғандар, йомаҡ, мәҡәлдәр әйтешкәндәр, милли ризыҡтарыбыҙ менән тәмләп сәй эскән улар. Һуңғы йылдарҙа был кис ултырыуҙар онотола башлағайны. Күберәк телевизор, компьютер, телефонда ултырыуҙы хуп күрә башланыҡ. Районыбыҙҙың Иҫке Усман ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында еңеп сыҡты. Улар эскелеккә ҡаршы көрәштә халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып эш итә.

Ошо көндәрҙә ауылда “Кис ултырыу” йолаһы үтте. Киләсәктә үҫеп килгән йәштәр ошо йолаларҙы онотмаһындар тигән маҡсат ҡу-йылып уҙғарылды был мәҙәни сара. Ауыл уңғандары күргәҙмәгә үҙҙәренең аллы-гөллө ҡул эштәрен дә алып килгән. Унда ырғаҡ ме-нән бәйләнгән селтәрҙәр, мамыҡ шәлдәр, төрлө биҙәкле бейәләй һәм ойоҡбаштар, йәйғор төҫлө түшәктәр һәм башҡа сағыу-сағыу бәйләнгән әйберҙәр бар ине.

Был кисәгә район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Аманат” башҡорт фольклор төркөмө лә ҡунаҡҡа саҡырылғайны. Ансамблдең етәксеһе Элиза Раяз ҡыҙы ойошторған мәҙәни сараларға тамашасылар ихлас килә, һәр сығышты алҡышлап ҡаршы ала. Улар йыр сәләмдәрен башҡарып, дәртле итеп бейеп тә алды. “Аманат”тар бәйләм серҙәрен өйрәнергә, үҙҙәренеке менән дә бүлешергә онотманы. Ошондай байрамдарға саҡырып, оло хөрмәт күрһәткәндәре өсөн сараны ойоштороусыларға, өй хужалары Кашаев Зимфир менән Фәһимәгә, ауыл биләмәһе етәкселәренә, район ҡоролтайына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе улар.

Кисәлә халҡыбыҙҙың милли уйындары “Йөҙөк һалыш”, “Йондоҙ күрһәтеү” кеүек уйындар уйналды, башҡорт халыҡ йырҙары яңғыраны. Сара аҙағында ауыл хакимиәте башлығы Радик Ғәбиҙуллин ха-лыҡҡа рәхмәтен еткереп: “Милләт асылы – йолаларҙа. Барлайыҡ, халыҡҡа кире ҡайтарайыҡ улар-ҙы. Милли йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе онотмайынса, кү-ңелле итеп, бер-беребеҙ менән аралашып йәшәйек”, – тине.

Читайте нас