+20 °С
Дождь
Общество
17 Марта 2020, 06:39

Мәсетле районында ике ФАП асылды

Мәсетле районында – Түбәнге Бобин һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауылдарында ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Мәсетле районында – Түбәнге Бобин һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауылдарында ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин ауылдарҙа яңы ФАП-тар асылыуы уңайынан сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, яҡташтары исеменән Республика Башлығы Радий Хәбировҡа, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, төҙөүселәргә оло рәхмәтен еткерҙе, тип хәбәр итә «Башҡортостан» гәзите.
"Беҙҙең ауылдар өсөн заманса модулле ФАП-тар асылыуы үтә лә ҡыуаныслы, хәҙер һәр кем тейешле медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә", - тине.
Тирә-яҡты матурлап ултырған ФАП-тар заманса төҙөлөш материалдары ҡулланып эшләнгән. Халыҡ рәхәтләнеп прививка, процедура кабинеттарына йөрөй ала. Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә махсус бүлмәләр булдырылған. Бынан тыш медицина белгестәренең айырым бүлмәһе бар. Бында халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған. ФАП-тар яңы һәм заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған.
Читайте нас