+19 °С
Облачно
Общество
12 Марта 2020, 13:56

Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған «Бабич вариҫтары» асыҡ республика конкурс-семинары иғлан ителде

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы иғлан итте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы иғлан итте. Шулай уҡ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл билдәләнә.
Ошо уңайҙан Башҡортостан_Яҙыусылар_союзы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Сибай институты базаһында "Бабич вариҫтары" семинар-конкурсын иғлан итә. Асыҡ конкурста мәктәп уҡыусылары, студенттар ҡатнаша ала.
Рәхим итегеҙ, йәш ҡәләмдәштәр! Конкурстың положениеһы менән түбәндәге һылтанма буйынса таныша алаһығыҙ. polozhenie_Babich_varistary.pdf
Читайте нас