11 – 13 мартта Башҡортостан Республикаһы компаниялары делегацияһы Ҡаҙағстанда “AgriTek&FarmTek Astana” 15-се халыҡ-ара махсуслаштырылған ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша
Республика эшҡыуарҙары Ҡаҙағстан, Төркиә һәм Германия компаниялары вәкилдәре менән 50-гә яҡын һөйләшеү уҙғарҙы. Алдан әңгәмәләшеүҙәр сиктәрендә сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ һәм малсылыҡ продукцияһы, минераль ашламалар менән тәьмин итеү тураһында килешеүҙәр төҙөлгән, тип хәбәр итә «Башҡортостан» гәзите.
Күргәҙмәлә Башҡортостандан алты компания ҡатнаша һәм юғары технологиялы ашлыҡ, биопрепараттар һәм минераль ашламалар, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар тәҡдим итә. Предприятиеларҙың коллектив стенды республикала Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге һәм Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты, “Башҡортостан Республикаһында экспорт үҫеше” һәм “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәтләндереү экспорты үҫеше” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.