+18 °С
Облачно
Общество
12 Марта 2020, 13:26

Эстафетала иң татыу һәм күңелле исем өсөн һигеҙ ғаилә көс һынашты

Сара һалмаҡ ҡына “Айыҡ ауыл - 2019-2020” конкурсы сиктәренда уҙа торған спорт ярышына күсте

Сара һалмаҡ ҡына “Айыҡ ауыл – 2019” конкурсы
сиктәрендә уҙа торған спорт ярышына күсте
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул бер йыл элек республика Башлығы Радий Хәбировтың айыҡ тормошҡа саҡырыуынан башланды. Уҙған йылдың март айында ауыл халҡы йыйында әлеге конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ауыл биләмәһе башлығы Флүзә Ғафурова Пионерский ауылына ингәндә “Эсергә ярамай” тигән алкоголгә ҡаршы табличка урынлаштырған. Бынан тыш, ауылда конкурс сиктәрендә ижтимағи саралар үткәрелә.
Ә ғаилә эстафетаһында иң етеҙ, татыу һәм күңелле исем өсөн һигеҙ ғаилә көс һынашты. Һәр команда составында өс кеше ине: атай, әсәй һәм бала.
Ҡатнашыусыларға ете спорт эстафетаһында еңеүсе исеме өсөн көс һынашырға тура килде.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Серафим ауылынан Борһановтар ғаиләһе иң етеҙҙәре һәм спорт һөйөүселәре булды. Икенсе урында – Вольвич ғаиләһе (Спартак ауылы). Пионерский ауылынан Әхмәтгәрәевтар бронза призын яуланы. Уларҙы грамота, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнеләр. Ҡалған ғаиләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Бындай ғаилә ярыштары ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы яҡынайта, үҫеп килеүсе быуынға ғаилә ҡиммәттәре тураһында күҙаллауларҙы тапшыра, йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә тарта.
Читайте нас