+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
29 Февраль 2020, 01:33

Рухлыларға рух өҫтәп

Алҡыштарҙан ҡыҙҙы устар!

Алҡыштарҙан ҡыҙҙы устар!
“Зәйнетдин” (Зәйнетдинов Заһир Зөфәр улы) атлы егет тураһында һуңғы йылдарҙа интернет селтәрҙәре аша ғына белә инек. Ниһайәт, Туймазының “Родина” мәҙәниәт йортонда рух, дәрт-дарман, ҡурай, ҡумыҙ моңо аҫтында, ысын мәғәнәһендә ял итеү, күңел асыу сараһы гөрләп үтте. Ябай ғына, үҙенең мөләйемлелеге, бейеүгә, башҡорт моңона ғашиҡлығы менән арбаны ул Туймазы тамашасыһын!
“Башҡорт бейеүе” флешмобы авторы Зәйнетдин һәм уның ҡустыһы Салауат менән бергә бөтә илгә билдәле “Сәфәр” өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе Дамир Хәлит улының сәхнәгә күтәрелеп, башҡорт бейеүен репетицияһыҙ бейеүе тамашасыларға көтөлмәгән бүләк булды.
Зәйнетдиндең баласаҡ дуҫы Ришат Рәхимов үҙенең уйын ҡоралдарында, саксофонда төрлө көйҙәр уйнауы, бейеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең дәртле бейеүҙәре тамашаға йәм өҫтәне.
Туймазы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Рәфҡәт улы Абсәләмов ошондай рухлы ул табып, тәрбиәләп, уға һәр яҡлап ярҙам иткән ата-әсәһенә тамашасылар исеменән ҙур рәхмәт еткерҙе!
Афарин,Заһир! Дәртең,рухың,көсөң артһын ғына! Имен-һау бул! Халҡыңды яңынан-яңы сығыштарың менән ҡыуандыр ғына!
Читайте нас: