-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общество
25 Февраль 2020, 14:30

Шағир, йырсы, композитор Әкрәм Даутовтың әсәһе ҡурайҙа уйнаған!

Туймазы районы Йәрмөхәмәт ауылы мәҙәниәт йортонда “Әсәйемә хат”, “Йәшәргә лә әле, йәшәргә” йырҙары авторы Әкрәм Даутовтың әсәһе Бибизәкиә Ғәлим ҡыҙының тыуыуына 125 йыл тулыуы уңайынан хәтер кисәһе үтте

Ҡайҙан алған Әкрәм моңдо, ниндәй булған ул моң? Сараға килгән халыҡ Әкрәм Даутовтың әсәһенең ҡурайҙа уйнауын, уларҙың өй түрендә ҡурай эленеп тороуын, композиторҙың моң шишмәһенең башы ҡайҙан икәнен белде.

Унда абруйлы ҡунаҡтар – ҡурайсы, фольклорсы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, халыҡ артисы Юлай Ғәйетдиновтың, райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмовтың, Туймазы Башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гәүһәр Фазуллинаның, Ә.Даутовтың ҡыҙы Зәйрә апайҙың, ейәнсәре Лилиәнең һәм бүләһенең, улы Фиат ағайҙың ҡатнашыуы сараға айырыуса мәртәбә өҫтәне.

Ю.Ғәйнетдинов төньяҡ-көнбайыш төбәктә, тап Туймазыла, “Оҙон көй” йыры конкурсының үтеүе осраҡлы түгеллеген билдәләне. Сөнки бында башҡорт ырыуҙары вәкилдәренең йәшәүҙәре, тап ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡурайҙа уйнап, балаларын оҙон көй көйләп, йоҡлатыуҙарын, тәрбиәләүен мауыҡтырғыс итеп һөйләүен тамашаға йыйылған халыҡ тын да алмай тыңланы. Һүҙҙәрен ҡеүәтләп, Юлай ағай мәшһүр йырсы Сөләймән Абдуллиндың да әсәһенә бағышлап яҙған “Ергәйеш буйы” йырын ҡурайҙа уйнап, йырлап ишеттерҙе. Ә республика конкурстары лауреаты Рената Ҡаһарманова “Бөҙрә ҡайын” йырын ҡурай аша яңғыратты.

Зәйрә апай менән ейәне Лилиә яҡын кешеләре тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, ойоштороусыларға рәхмәтен, ихтирамын белдерҙе.

Хәтер кисәһенең сценарий авторы һәм алып барыусыһы Йәрмөхәмәт мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Вәкилә Әхмәтйәнова. Уның ҡурайсы әсә хаҡында бик күп, бығаса ишетелмәгән яңы мәғлүмәттәр туплауы иғтибарға лайыҡ.

Бөтә Донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында Бибизәкиә кеүек шәхестәрҙе асыҡлап, уларҙың хәтер кисәләрен үткәреүҙе, исемдәрен халыҡҡа ҡайтарыуҙы бурыс итеп ҡуйҙыҡ”, – ти мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Рәфҡәт улы Әбсәләмов.

Кисә аҙағында Вәкилә Әхмәтйәнова – Башҡортостан Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты, Йәрмөхәмәт мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы Ингел Әхмәтйәнов менән Ҡандра “Юбилейный” мәҙәниәт һарайы концертмейстеры Булат Мәхийәнов район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

Читайте нас: