Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты залында ҡурайҙа уйнаусы ҡыҙҙар араһында “Ҡурайсы ҡыҙ” исеме аҫтында беренсе Республика асыҡ конкурсы үтте. 47 ҡатнашыусы ҡыҙҙар араһында Туймазынан Рената Ҡаһарманова менән Лиана Мөхәмәтгәрева ла бар. Улар 2-се һәм 3-сө дәрәжәләге Дипломға лайыҡ булды! Ҡыҙҙарҙы ҡотлайбыҙ! Афарин! Киләсәктә лә ҡурай моңона сорналып, бишек йырҙарығыҙҙы серле уйын ҡоралында уйнарға яҙһын!