21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө! Ул 2000 йылдан ЮНЕСКО тарафынан ҡабул ителеп бөгөн киң билдәлелек яулай. Тел – милләт ҡото, йәме,рухы икәненә йылдан-йыл инана барабыҙ. Сөнки тел яҙмышы хәл ителер, уның һағында уяу булырға кәрәклекте тойған һәр кем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сараға – диктант яҙырға дәррәү ҡушыла. Быйыл да Туймазы районы муниципаль район биләмәһендә диктант яҙыу өсөн 4 майҙансыҡ – ҡаланың 8-се мәктәбе, Ҡандра 1-се, Серафим 1-се, Ҡарамалы-Ғөбәй ауылдары мәктәптәре үҙ ишектәрен асты. Рус, башҡорт,татар телендә яҙырға теләүселәр өсөн кабинеттар әҙерләнгән ине. Акцияла ҡатнашырға теләүсе уҡыусылар, уҡытыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм ябай халыҡ өсөн С.Ҡадировтың “Урал бөркөтө” документаль әҫәренән өҙөк тәҡдим ителде. Ул ҡаһарман генералыбыҙ М.Шайморатовҡа арналған. Үткән йылдарға ҡарағанда быйыл сарала ҡатнашыусылар һаны бермә-бер артҡан. Иң йәш ҡатнашыусыға 11 йәш булһа, 83 йәшлек олатайҙың да дәртләнеп диктант яҙыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа күтәренке кәйеф, аралашыуҙан рухи байлыҡ алып таралышты.