Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан ойошторолған диктант яҙыу акцияһында 6 телдә яҙыу мөмкинлеге буласаҡ. Унда туған телен белгән, уның яҙмышына битараф булмаған һәр кем – уҡыусы балалар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм башҡа барлыҡ теләүселәр ҡатнаша ала. Диктантты ҡала һәм ауыл мәктәптәрендә яҙыу мөмкин буласаҡ һәм ул Башҡорт теле йылына арнала. Уны сит өлкәләрҙә лә яҙыу ойоштороласаҡ.Ҡатнашыусыларға сертификаттар биреләсәк тип вәғәҙәләй ойоштороусылар. Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!