«БАШҠОРТ ТЕЛЕ-ЗАМАНСА ТЕЛ» исеме аҫтында 18 февраль көнө Туймазы педагогия колледжында "Башҡорт шәле тигән мөғжизә" исемле сара ойошторолдо. Сара «Башҡорт теле» йылына арналды һәм бында Туймазы педагигия колледжы студенттары килде. Улар менән осрашыуға Туймазы ҡалаһы һәм муниципаль районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе гәүһәР ФАзуллина, Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбе уҡытыусыһы Гөлмирә Бикбулатова килде. Был ҡыҙыҡлы сарала йәштәр - буласаҡ уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр - шәл бәйләү серҙәренә өйрәнде. Шәл бәйләү тәртибе, был эштең ҡатмарлылығы, файҙаһы хаҡында сығыштарҙы тыңлағас һәм Гөлмира Йәмил ҡыҙының оҫталыҡ класын күргәс, һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар шундай һығымта яһаны: апай һәм инәйҙәрҙең күҙ нуры, күңел яҡтыһы, ҡул йылыһы менән нурланып торған шәлдәр ысынлап та бер мөғжизә икән!