-4 °С
Облачно
Общество
13 Февраля 2020, 11:30

Туймазы районы Ғафур ауылында йәшәүселәр сәләмәтлеген тикшерҙе

Бөгөн, 13 февралдә, үҙҙәренең һаулығын Туймазы районы Ғафур ауылы халҡы тикшерҙе

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн, 13 февралдә, үҙҙәренең һаулығын Туймазы районы Ғафур ауылы халҡы тикшерҙе. Был ауыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған "Айыҡ ауыл-2019" конкурсының республика этабында ҡатнаша.
Һаулыҡ үҙәге белгестәре Ғафур ауылы мәктәбендә эш алып барҙы. Туймазы үҙәк дауаханаһының табиптары, фельдшерҙары һәм ирекмендәр 100-ҙән ашыу кешенең һаулығын ҡараны. Шулай уҡ табиптар һәм ирекмәндәр мәктәп уҡыусыларына спиртлы эсемлектәрҙең зыяны тураһында һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә бәйле лексия үткәрҙе.#ҡоролтай #курултай #Всемирныйкурултайбашкир #айыҡауыл #трезвоесело
Читайте нас