-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общество
13 Февраль 2020, 12:32

Әкиәт менән һәр саҡ дуҫ йәшәйбеҙ, Әкиәт бит ул серҙәр донъяһы!

Башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейеме электән үк матур

Әкиәт менән һәр саҡ дуҫ йәшәйбеҙ,
Әкиәт бит ул серҙәр донъяһы!
Ниндәй моңһоу булыр ине икән
Әгәр ерҙә тылсым булмаһа...
Бик борондан килә әкиәттәр,
Яҙылмаған улар бер көндө.
Йылдар үтә, һыуҙар аға,
Ә әкиәт йәшәй бөгөн дә!
«Башҡорт әкәттәре аҙнаһы сиктәрендә» Ҡандра ауылы 4-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Н. Сәфиуллина , музыка етәксеһе Л. Зайцева балаларҙы башҡорт милли музыка ҡоралдары менән таныштырҙы. Ә йәш педагог Р. Рахмасова бәләкәстәргә башҡорт халыҡ бейеүен күрһәтте һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейеме тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
– Башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейеме электән үк матур, зауыҡлы тегелеше, төҫтәрҙең сағыулығы менән айырылып тора. Милли кейемдең төп элементтарының береһе – көмөш тәңкәләр. Шуға күрә лә башҡорт ҡатын-ҡыҙының килгәнен тәүҙә ишетәһең, шунан күрәһең. Сөнки уларҙың кейемендәге көмөш сулпылар, тәңкәләр сылт-сылт итеп зыңлап, ҡатын-ҡыҙҙың килгәнен әллә ҡайҙан белгертеп торған, – тине ул.
Читайте нас: