+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
13 Февраль 2020, 12:15

Алтаҡталарға иғтибар осраҡлы түгел

2020 йыл Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде

2020 йыл Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәҡдимен республика Башлығы Радий Хәбиров хупланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле йылы сиктәрендәге сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса методик тәҡдимдәр эшләп сығарҙы. Саралар муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында, башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә үткәреләсәк. Кисә хакимиәт башлығы урынбаҫары С. В. Литов реклама, алтаҡталар эшләү өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеүсе эшҡыуарҙар менән кәңәшмә үткәрҙе, тип хәбәр итте «Октябрьский ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы» социаль селтерҙәрҙә. Кәңәшмәлә шулай уҡ телдәр буйынса комиссияның терминология хеҙмәте ағзаһы, "Тыуған яҡ" гәзитенең баш мөхәррире Ю. Р. Дәүләтбаева ла ҡатнашты. Алтаҡталарға иғтибар осраҡлы түгел, уларҙа хаталар күп осрауы билдәле. Юлиә Рамаҙан ҡыҙы эшҡыуарҙарға закон талаптарын еткерҙе, алтаҡталарҙың дәүләт телдәрендә дөрөҫ яһалышын аңлатты.
Читайте нас: