Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, халыҡ араһында телгә алына: «Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ», «Әсәм теле миңә - сәсән теле», «Ҡыйыш ултырһам да, тура һүҙҙе атайыңдан ишет һин, балам».
Туған тел
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да - йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел-
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.
Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
- Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
- Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?
- Танымайһыңмы әллә? Мин ҡайттым бит!..
Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми.
- Ниңә улай һуңлап ҡайттың, егет?
- Булды юлда төрлө кәртәләр...
- Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым һине?
- Бәлки, танырҙар, тип әйттеләр.
- Ҡайҙан һиндә шундай ҙур ышаныс?
- Һөйөүемдә һине, хаҡлыҡта.
Өмөт, мөхәббәт һәм ышаныс бит
Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта...