+31 °С
Облачно
Общество
10 Февраля 2020, 07:26

"Йыл уҡытыусыһы -2020" һөнәри конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Быйылғы район конкурсында (Бүздәк районы) барыһы 15 уҡытыусы ҡатнашты

Быйылғы район конкурсында (Бүздәк районы) барыһы 15 уҡытыусы ҡатнашты. Асыҡ дәрестәр, шәхси сайттар конкурсы, оҫталыҡ дәрестәре һәм методик йыйылыш кеүек ярыш этаптарын һөҙөмтәле үтте конкурсанттар. Һәм, ниһәйәт, 6 февраль һөнәри ярыштың һуңғы өлөшө - еңеүселәрҙе ҡотлау сараһы үтте. Быйылғы ярышта күп кенә йәш педагогтар ҡатнашыуы ҙур ҡыуаныс булды. Конкурстың барлыҡ турҙарының һөҙөмтәһендә районыбыҙҙың иң -иң уҡытыусыһы булып 1-се һанлы Бүздәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Ирина Ғайнанова билдәләнде. Конкурста ҡатнашан бар уҡытыусылар төрлө номинацияларҙа еңеҙәре менән ҡотлайбыҙ. Ә еңеүсе Ирина Ғайнановаға республика кимәлендәге һөнәри конкурста уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас