+11 °С
Облачно
Общество
10 Февраля 2020, 08:00

Республикала ғаилә конкурсы иғлан ителә

Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә "Урал батыр мәктәбе" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 1 март – Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан "Аҡ тирмә" Башҡорт милли - мәҙәни үҙәге“ уҙғара

Бәйге «Еҫерҙәрҙең алдында күҙенә керпек булығыҙ” тип атала.

Унда туған-ырыуының етем ҡалған балаларын тәрбиәгә алып, уларҙы халҡыбыҙҙың милли традициялары нигеҙендә тәрбиәләгән, уҡытҡан, шулай уҡ оҙаҡ йылдар ҡайны-ҡәйнәһе менән бергә йәшәп, уларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән ғаиләләр ҡатнаша ала, тип яҙа «Йәшлек» гәзите.

Конкурстың маҡсаты – башҡорт халҡының үҙ туғанын ятҡа ҡалдырмай, уның тураһында хәстәрлек күреү, олоғайған ата-әсәһен хөрмәтләп ҡарау йолаһын тергеҙеү, нығытыу; туғанлыҡ ептәрен өҙмәй, нығытыусы ғаиләләрҙең ыңғай тәжрибәһен өйрәнеү, таратыу; башҡорт ғаиләһе ҡиммәттәрен асыҡлау, үҫтереү; йәш быуында ғаилә ҡиммәттәренә хөрмәт, яуаплылыҡ тәрбиәләү.

Ҡатнашырға теләүселәр документтарын һәм визит карточкаларының видеояҙмаһын 22 февралгә тиклем Республика ойоштороу комитетына түбәндәге адрес буйынса ебәрә: Akmulla1957@mail.ru йәки “Бәйләнештә” селтәрендә "Аҡ тирмә" төркөмөнә инеп урынлаштыра ала.

Иң яҡшы ғаиләләр 1 мартта Өфөлә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уҙасаҡ йомғаҡлау кисәһендә иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнәсәк.

Айбулат Ишназаров.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/E-er-r-e-aldinda-k-en-kerpek-buli-i-110248/

Читайте нас