Был һөнәри конкурста “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” исеменә ҡаланың 1-се интернат-мәктәп уҡытыусыһы Зилә Ғәлиуллина лайыҡ булды.Балалар (үҫмерҙәр) ижад йортоноң еңел атлетика буйынса тренеры Ольга Саганова – алдынғы өҫтәлмә белем биреү педагогы.4-се мәктәптән Оксана Карнаухова - “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йәш педагог” – 2-се мәктәптән Анастасия Белая, “Йыл уҡытыусыһы – 2020” бәйгеһенең абсолют еңеүсеһе Ә.Мирзаһитов исемендәге Ҡандра 2-се мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Гүзәл Әбүталиповалар республика кимәлендә үтәсәк ярышта Туймазы районы намыҫын яҡлаясаҡ!