+14 °С
Ясно
Общество
9 Февраля 2020, 22:15

Иғтибар,грипп!

Өфө ҡалаһы мәктәптәрен карантинға япҡандар, тип хәбәр итәләр.

Был грипп һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар менән бәйле. 3 йәштән 14 йәшкә тиклемге балаларҙың күпләп ауырыуы билдәле. Карантин ваҡытында уҡыусылар өсөн уҡытыуҙың дистанцион формаһын ойошторорға ҡушылған.
Гриптың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн саралар күреү мөһим. Ҡулдарҙы йыш йыуып, халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итеп, һарымһаҡ ашаһағыҙ һәм үҙегеҙҙе яҡшы кәйефкә көйләп, саф һауала йышыраҡ булһағыҙ – бер ниндәй ҙә сир йоҡтормаҫһығыҙ!
Сәләмәт булайыҡ!
Читайте нас