

Проект авторы, ойошма рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөгөнгө йәмғиәттәге роленең ҙур булыуын һәр саҡ әйтеп килә. Был сираттағы, дүртенсе конкурста ла, һәр ваҡыттағыса, әүҙем һәм заман менән бергә атларға тырышҡан апай-һеңлеләр ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ойоштороу комитетына 500-ҙән ашыу (былтыр 300 ине) ғариза килгән, тип хәбәр итә «Йәшлек» гәзите..
Конкурста ун номинация ҡаралған. Улар: «Ҡатын-ҡыҙ – әсә», «Ҡатын-ҡыҙ – лидер», «Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә», «Ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы», «Ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди», «Ҡатын-ҡыҙ — һөнәр оҫтаһы», «Ҡатын-ҡыҙ — йыл өлгөһө», «Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре», «Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре», «Мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ».
Финал 4 мартта “Торатау” Конгресс-холында үтәсәк. Күргәҙмә, мәҙәни программа, ике майҙанда бүләкләү тантанаһы, Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалдарҙы тапшырыу, иҫтә ҡалырлыҡ осрашыуҙар уҙасаҡ.
Быйылғы конкурс Республика башлығының ижтимағи-йәмәғәт ойошмалары өсөн Грантына лайыҡ булды.
Алһыу Ишемғолова