“Саңғы саҡыра “ Бөтә Рәсәй акцияһында спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, ҡаланың ойошма һәм предприятие етәкселәре, хеҙмәткәр, студенттар, мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Сара ҡаланың һауыҡтырыу үҙәге майҙанында үтте. Башта саңғыла ойошма һәм предприятие етәкселәре 1500 арала йүгерҙе. Был фестивалдә ҡатнашырға ата-әсәһе һәм ағаһы менән бергә килгән өс йәшлек Оливия Әлмөхәмәтова иң йәш саңғысы булараҡ билдәләнде.