+22 °С
Дождь
Общество
7 Февраля 2020, 23:44

Бибизәкиә Ғәлим ҡыҙы Даутованың тыуыуына 125 йыл!

Шағир, йырсы, композитор Әкрәм Даутовтың әсәһе ҡурайҙа уйнаған!

“Әсәйемә хат”, “Йәшәргә лә әле, йәшәргә” йырҙары авторы Ә.Даутовтың әсәһе Бибизәкиә Ғәлим ҡыҙының тыуыуына 125 йыл тулыуы уңайынан 7 февралдә Туймазы районы Йәрмөхәмәт ауылы Мәҙәниәт йортонда хәтер кисәһе үтте. Унда абруйлы ҡунаҡтарҙың - ҡурайсы, фольклорсы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, халыҡ артисы Юлай Ғәйетдиновтың, райондың Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмовтың, Туймазы Башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гәүһәр Фазуллинаның, Ә.Даутовтың ҡыҙы Зәйрә апайҙың, ейәнсәре Лилиәнең һәм бүләһенең ҡатнашыуы сараға айырыуса мәртәбә өҫтәне.- Мин бөгөн бөйөк Әсәнең хәтер кисәһенә килдем. Сөнки үҙемдең әсәйем бар. Үҙең тын алғанда әсәйҙе оноторға ярамай. Әкрәм ағай әсәһенә бағышлап яҙған йырында бишек йырын, ҡурай моңон һалған. Тимәк, йыр-моңға һөйөү бишек йырын, ҡурай моңон тыңлап үҫкән бала күңелендә уяна ла инде, - тине тулҡынланып Юлай ағай. - Мәшһүр әсәнең композитор улы, композитор улдың Мәшһүр әсәһе!
Ю.Ғәйнетдинов шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш төбәктә, тап Туймазыла, “Оҙон көй” йыры конкурсының үтеүе осраҡлы түгеллеген билдәләне. Сөнки бында башҡорт ырыуҙары вәкилдәренең йәшәүҙәре, тап ҡатын-ҡыҙҙарҙың келәттә йәшенеп ҡурайҙа уйнауҙары, балаларын оҙон көй көйләп, ҡурай уйнап йоҡлатыуҙарын, тәрбиәләүен мауыҡтырғыс итеп һөйләүен тамашаға йыйылған халыҡ тын да алмай тыңланы. Юлай ағай мәшһүр йырсы Сөләймән Абдуллиндың да әсәһенә бағышлап яҙған “Ергәйеш буйы” йырын ҡурайҙа уйнап, йырлап ишеттерҙе.
Сарала һәүәҫкәр артистар башҡарыуында композиторҙың йырҙары яңғыраны. Йәш ҡурайсылар,балалар сығышы тамашасылар күңеленә хуш килде.
Хәтер кисәһенең сценарий авторы һәм алып барыусыһы Йәрмөхәмәт Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Вәкилә Әхмәтйәнова. Уның ҡурайсы әсә хаҡында бик күп кенә, бығаса ишетелмәгән яңы мәғлүмәттәр туплауы иғтибарға лайыҡ.
v
Читайте нас