-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общество
7 Февраль 2020, 00:06

Башҡорт теле йылына старт бирелде!

Башҡорт телендә тәбрикләне!

Башҡорт теле йылына старт бирелде!
Бөгөн Туймазы ҡалаһының балалар музыка мәктәбендә Башҡорт теле йылын асыу тантанаһы үтте. Туймазы районы муниципаль районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Анатольевич Подоприхин был сараға йыйылған ҡунаҡтарҙы, уҡытыусыларҙы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен башҡорт телендә тәбрикләп: "Башҡорт теле - Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып тора. Телде ҡәҙерләп йәшәргә, уның тормош сығанағы, белем шишмәһе икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Тел - ул Ватан, тыуған ер, ата-әсә һүҙҙәре.Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!",- тине.
Туймазы районы муниципаль районы Башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гәүһәр Йәүҙәт ҡыҙы Фазуллина Башҡорт теле йылы сиктәрендә Туймазы районында үтәсәк саралар планы менән таныштырҙы. Гәүһәр Йәүҙәт ҡыҙы башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлауҙа ҙур өлөш индергән өсөн - мәҙәниәт хеҙмәткәренә, алдынғы уҡыусыларға Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Туймазы районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән матур концерт программаһы тамашасы күңелен яуланы. Залда ҡул эштәре оҫталарының сағыу күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Читайте нас в