Бөгөн республикабыҙҙан ситтә уҡыған студенттарыбыҙ менән осрашыу булды. Район администрацияһы вәкилдәре районыбыҙ мәктәптәрен тамамлап, бөгөнгө көндә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә белем алған ҡыҙ -егеттәребеҙ өсөн #Дома# тип аталған түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. " Һеҙ ҡайҙа ғына уҡыһағыҙ ҙа, эшләһәгеҙ ҙә, беҙҙеке булып ҡалаһығыҙ. Әгәр ҙә уҡыуығыҙҙы тамамлап районға, ғөмүмән, республикаға ҡайтһағыҙ, һеҙгә һәр ишек тә асыҡ!"- тине район башлығы А.М.Арыҫланов үҙ сығышында. Төрлө тармаҡтарҙан килгән белгестәр тыуған еребеҙҙәге мөмкинселектәрҙең көндән -көн артыуын, һәр тармаҡта йәш белгестәрҙең етмәүен әйтеп үттеләр. Студенттарыбыҙ һөйләшеүгә ихлас ҡушылды, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙеләр, үҙ теләктәрен еткерҙеләр. Һөйләшеү аҙағында 5 февралдә Өфөлә үтәсәк #Дома# тип аталған студенттар форумы хаҡында белешмә бирелде, регистрация үтеү мөмкинлектәре күҙалланды. Күп кенә студенттар был форумда ҡатнашыра теләк белдерҙе.