+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
6 Февраль 2020, 18:10

Өфөлә Башҡортостандан ситтә юғары уҡыу йорттарында белем алған йәштәр өсөн #ӨЙҘӘ форумы уҙҙы

«Торатау» конгресс-холында студенттар хөкүмәт вице-премьерҙарына һәм министрҙарға туранан-тура һорау биреү, хеҙмәт баҙарындағы вакансиялар, йәш белгестәргә ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә булды

Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, агросәнәғәт комплексы тармағында барыһы ла насар, ә ауылда эшләү йыйыштырылмаған фермалар һәм тиҙәк менән ассоциациялана, тигән фекерҙән ситкә китергә ваҡыт.
Бөгөн ауыл хужалығында тиҫтә йылдарға план төҙөлгән һәм күп кенә тармаҡ программалары 2030 йылға тиклем ҡабул ителгән. Ризыҡ менән етештереүсенән туранан-тура сауҙа иткән интернет-майҙансыҡтарҙы үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Дөйөм алғанда, агросәнәғәт комплексында, башҡа тармаҡтарҙан айырмалы рәүештә, бөгөн студенттар һәм уҡыу йорттарын тамамлаусылар үҙҙәренең белемдәрен ҡуллана алырлыҡ буш өлкәләр бар, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Ауылға күсеп ҡайтырға теләгәндәргә һәм ауыл хужалығы предприятиеһында эшләп йөрөгән торлаҡҡа мохтаж ауыл кешеләренә дәүләт торлаҡ хаҡынан 70 процентҡа тиклемен түләй ала, сумма 1,5 миллион һумға тиклем тәшкил итергә мөмкин. Ошо уҡ район үҙәктәрендә хәҙер бассейндар һәм физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлә. Аграр ведомство башлығы фекеренсә, бөгөн ауыл – ҙур мөмкинлектәр биләмәһе.
Читайте нас: