-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общество
6 Февраль 2020, 21:00

Андрей Ворондың ун кәңәше

104 йәшкә еткән ябай украин ҡарты күптәргә яҡшы таныш. Ул бик бай, фәһемле тормош юлы үткән

Бер быуаттан ашыу йәшәһә лә, ауырып ятып үлмәй. Вафатына ябай ғына бәхетһеҙ осраҡ сәбәпсе була: ташҡындан һуң баҙ йүнәткәндә өҫтөнә бүрәнә төшөп мәрхүм була. Йөҙйәшәр оҙон, сәләмәт ғүмер хаҡында байтаҡ кәңәш яҙып ҡалдырған. Уларға ҡолаҡ һалайыҡ әле, тип яҙа «Башортостан» гәзите.

  1. Әйләнә-тирәңә – тәбиғәткә, кешеләргә, тормошҡа изге ҡараш менән баҡ. Бәләкәй генә үлән ҡыяғында ла матурлыҡ күр.

  2. Йылы миҙгелдә бер нисә минут булһа ла ергә ялан аяҡ баҫыуҙы ғәҙәтеңә ал. Тәнең менән ерҙең йылыһын, көсөн той. Балаларҙы бәләкәйҙән ерҙә ялан аяҡ йөрөргә өйрәтегеҙ, ул саҡта дарыуханаға юлды оноторһоғоҙ.

  3. Һыу кеүек бул: ул һәр ваҡыт үҙ юлын таба. Ағын һыу насар уйҙарҙы таҙарта, арыу-талыуҙы юҡҡа сығара. Һыуһағанда ғына түгел, даими рәүештә һыу эсергә ғәҙәтлән. Татлы һәм тоҙло һыу (минераль) эсмә: тәүгеһе – бауырға, икенсеһе тамырҙарға зыянлы.

  4. Йәшелсәләр аша. Иң файҙалыһы – сөгөлдөр, артабан фасоль, ҡабаҡ, еләктәр, кишер, помидор, борос, алма килә. Аҙ-аҙлап, әммә йышыраҡ ашарға тырышығыҙ.

  5. Ураҙа тәнде лә, йәнде лә таҙарта. Асығыу мәлендә һөйәктәргә тиклем еңеләйә, йөрәк эшмәкәрлеге яҡшыра. Һәр ураҙанан һуң мин үҙемде бер нисә йәшкә йәшәргәндәй тоям.

  6. Ҡояшҡа ҡарап йәшә: уның менән бергә тороп эшкә тотон, ул байығас, һин дә эштән туҡта. Киске мәлдә мейе ял итергә тейеш.

  7. Аяҡ-ҡулдарыңды – йылыла, башыңды һалҡында тот. Үтә йылы бүлмәлә тән арый, ҡартая. Йоҡо бүлмәһе айырыуса һалҡынса булһын. Йоҡо – сәләмәтлек өсөн иң кәрәк нәмәләрҙең береһе.

  8. Кешегә иғтибарлы, ихтирамлы бул. Уларҙы дуҫҡа һәм дошманға бүлмә. Шул саҡта бик күп мәшәҡәттәрҙән арынырһың. Кешенең ҡылығына баһа бирергә ашыҡма, бер кемде лә хурлама, кәмләмә.

  9. Ырымдарға, юрауҙарға ышанма, күрәҙәсегә йөрөмә. Күңелең дә, йөрәгең дә таҙа булһын.

  10. Мәшәҡәттәрҙән, эштән ҡурҡма. Улар беҙҙе был донъяла тотоп тора. Әммә мәшәҡәттәреңде елкәңә мендермә, уларҙан өҫтөн бул. Бер ҡасан да яңы эшкә тотоноуҙан ҡурҡма, яңы башланғыс менән һин үҙең дә яңырырһың.

    Фото: fotostrana.ru

    Гөлдәр Яҡшығолова.
    Читайте нас в