-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общество
6 Февраль 2020, 20:00

2020 йылдың яҙында Өфөлә онкология диспансерының яңы корпусын файҙаланыуға тапшырыу көтелә

Республика онкология диспансерының яңы корпусында төҙөлөш-монтаж эштәрен март аҙағына тамамларға вәғәҙәләй подрядсылар

Апрель-май айҙарында ҡорамалдар һатып алыу һәм ҡуйыу дауам итә, һынау режимында эш башлана. Йәй башында корпус тулы ҡеүәтенә эшләүгә күсер тип көтөлә. Был турала журналистарға Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров хәбәр итте. 5 февралдә ул эш сәфәре менән төҙөлөп ятҡан социаль объекттарға барып килде.
2017 йылдың сентябрендә республика хөкүмәте заказы буйынса Республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусына 240 урынлыҡ төкәтмә һәм сменаһына 450 кешене ҡабул итерлек поликлина һалына башланы. Объекттың генераль подрядсыһы — Өфөнөң «Фирма СУ-10» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Төҙөлөш эштәренең суммаһы 1 миллиард һумдан ашыуға баһалана, ҡорамал хаҡы – 929,4 миллион. Федераль бюджет проектты 685 һумға финанслай.
Яңы туғыҙ ҡатлы төкәтмәлә поликлиника, лор-онкология, гинекология, урология, маммология, торакоабдоминаль бүлексәләр урынлаша. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Читайте нас: