+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
6 Февраль 2020, 01:45

110 йыл тулды!

Башҡорт драматургы, яҙыусы һәм шағир Ҡадир Даяндың тыуыуына 110 йыл тулды.

Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ҡ.Даян Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ ауылында тыуған. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлап Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында уҡыта. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Һуғыштан һуң Башҡорт китап нәшриәтендә редактор һәм БАССР Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй.
Уның балалар өсөн “Ағиҙел ярында”, “Тимеркәй” китаптары баҫыла. Ҡ.Даяндың шиғырҙарына күп йырҙар ижад ителгән.”Шайморатов генерал” йыры ғына ла халыҡ араһында киң билдәлелек яулаған һәм яратып йырлана.
Бөгөн Туймазы ҡалаһы Үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре 6-сы мәктәптең 7-се "б" класы уҡыусыларына әҙип тураһында күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе, китапханаға саҡырҙы.
Читайте нас: