-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общество
5 Февраль 2020, 11:50

Туймазы районында башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереү өсөн ҙур өлөш индергән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

3 февралдә Туймазы районы мәҙәниәт эшсәндәре үткән йылға йомғаҡ яһау конференцияһына йыйылды

3 февралдә Туймазы районы мәҙәниәт эшсәндәре үткән йылға йомғаҡ яһау конференцияһына йыйылды.
Йыйылыш аҙағында Туймазы районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Гәүһәр Йәүҙәт ҡыҙы Фазуллина мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе алдынғы хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн ҙур өлөш индергәндәре өсөн өлгөлө "Сәфәр" балалар бейеү ансамбленең етәкселәре – Әлфиә һәм Дамир Ибрагимовтар, Туймазы районы Дуҫлыҡ ауылы мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Әлфирә Шәрифйән ҡыҙы Ситдыҡова, Туймазы музыка мәктәбенең йыр уҡытыусыһы Рәмзиә Хәмит ҡыҙы Яруллина һәм Туймазы ҡалаһының "Родина" мәҙәниәт һарайы йырсыһы Илдар Наиль улы Ғөсәмөтдинов рәхмәт хаты һәм шиғырҙар йыйынтығы менән бүләкләнде.
Читайте нас: