Ә 14 йәшлек ҡыҙ иҫһеҙ ятҡан. Ул дауаханаға оҙатылған, ләкин иҫән ҡалмаған.
Ашығыс хеҙмәттәргә ошо хәл тураһында торлаҡ хужаһы хәбәр иткән. Билдәле булыуынса, фатирҙы ҡуртымға алыусы шылтыратыуҙарға яуап бирмәй башлаған. Шунан һуң хужа барыһы ла тәртиптәме, юҡмы икәнен тикшереү өсөн фатирға килгән.
Бәхетһеҙ осраҡҡа елләтеү приборының төҙөк булмауы сәбәпсе тигән фараз бар.
Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре йәштәрҙең үлем сәбәбен асыҡларға тейеш.