-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
5 Февраль 2020, 00:38

Ҡазанға сығып китә яҙған

Халҡыбыҙ күңелен яулап алған Тимур Рамазанов хаҡында һүҙем.

Бигерәк матур йырлай ҙа инде үҙе! “Йәшәйбеҙ” тигән хиты менән күптәргә таныштыр. Тимур Рамазанов халыҡ йырҙарын оҫта башҡара. Ҡурайсы Кәрим Дияров нәҫеленән икән Тимур. Ул Туймазыла үткән башҡорт йырын башҡарыусыларҙың “Оҙон көй” һәм башҡа республика, халыҡ-ара конкурс-фестивалдәре лауреаты. “Төйәләҫ” иң беренсе өйрәгән халыҡ йыры икән. “Азамат”, “Ҡолой кантон”, “Абдрахман”, “Сәлимәкәй”, “Һандуғас”, “Уралтау” һәм башҡа мәшһүр йырҙарҙы белә ул. Әле “Урал”ды өйрәнә. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, Ҡазанға өгөтләйҙәр егетте. Әммә ул “Ҡарауанһарай” төркөмөнә барып ҡушыла. Эстрадала билдәле йырсылар Марсель Ҡотоев, Салауат Мөхәмәтйәнов, Рөстәм Шаһыбаловтар менән эш башлай.
Бөгөн Тимур Рамазанов Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Тыуған республика халҡын үҙенең моңло йырҙары, аһәңле тауышы менән ҡыуандыра. Моңоң ташып, сылтырап торһон, Тимур! Яңынан-яңы ижади үрҙәр һиңә! Дәртле лә, оҙон да, моңло ла гәүһәрҙәребеҙҙе халҡың күңеленә йәлләмәй өләш!
Моңло тауышлы Тимур һөйөклө ҡатыны Гүзәлиә менән Алтынай һәм Айсулпан исемле ҡыҙҙар үҫтерә.
Читайте нас: