+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
4 Февраль 2020, 19:36

"Февраль. Буран"

12 февралдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 88 йыл туласаҡ

Яңы ай башындағы буран, көслө ҡар яуыуы ирекһеҙҙән әҙиптең “Февраль. Буран” әҫәрен иҫкә төшөрҙө.Күренекле башҡорт шағиры, тәржемәсе һәм журналист, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың ҡатмарлы яҙмышы, тормошо һәм ижадына арналған, һоҡланғыс ижады, һүнмәҫ рухы хаҡындағы “Февраль.Буран…” исемле ижади проект 2012 йылда бөйөк шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан сәхнәләштерелгәйне. Зөһрә Бураҡаева “Шағир иленә сәйәхәт”те Рәми ағайҙың көндәлегенә һәм тарихи документтарға таянып яҙа. Халыҡ шағирының шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, уйланыуҙары, уның күңел донъяһы –барыһы ла әҫәрҙә үрелеп бара.
Шағир ике һында күҙ алдына баҫтырыла: көндәлектәге Рәми – Артур Кәбиров, тормоштағы Рәми – Фирғәт Ғарипов. Шағирҙың дуҫтары, яҡындары, замандаштары образын театр артистары уйнай. Проекттың режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев тарафынан бер бөтөн, тәрән йөкмәткеле сәхнә әҫәре итеп ҡуйылған ул.
Шағирҙың ижадын пропагандалау, исемен мәңгеләштереү һәм уның образын кәүҙәләндереүҙәге хеҙмәте өсөн Хөрмәтулла Ғаззали улы һәм Артур Кәбиров Рәми Ғарипов исемендәге премияға лайыҡ булды.
Февраль – Рәми айы, донъяға бөйөк шағирҙы бүләк иткән ай. Рәми Йәғәфәр улы бынан 88 йыл элек 12 февралдә тыуа. Һәм нәҡ февраль айында – 1977-се йылдың 20 февралендә ул мәңгелеккә күскән.

Февраль. Буран.

...Ышанмағыҙ февраль буранына.
Бер яуыз уй юҡтыр уйында...
Күпме генә шашып дуламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.
Был донъяла булыр барыһы ла,
Һинең менән бары мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр бар бит −
Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам...
Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам...
19 февраль, 1977 йыл (шағирҙың иң һуңғы шиғыры)vv
Читайте нас: