+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
31 Ғинуар 2020, 18:41

Ҡурсаҡ спектакле мәрхәмәтле булырға өйрәтә

Мичурин ауылы балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты тәрбиәсеһе С. Наумова балалар менән бергә әҙерләгән ҡурсаҡ театры тамашаһы үткәрҙе.

Мичурин ауылы балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты тәрбиәсеһе С. Наумова балалар менән бергә әҙерләгән ҡурсаҡ театры тамашаһы үткәрҙе.

Сара башында ҡунаҡҡа Ҡар бабай килде. Ул яңы йылға бағышлан-ған викторина үткәрҙе. Артабан баларға заманса «Тирмәкәй» әкиәте күрһәтелде. Әкиәт геройҙары бейене, йырланы, изгелек, дуҫлыҡ, ғәҙеллек тураһында һөйләне. Әкиәт ғәҙәти булмағанса тамамланды: әҫәрҙең геройҙары бергәләп ҙур йорт төҙөнө, унда улар дуҫ булып, матур итеп йәшәй башланы.

Спектакль балаларҙың барыһына ла оҡшаны, улар йәш артистарға рәхмәт белдерҙе һәм көслө алҡыштарға күмде.

Читайте нас: