+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
31 Ғинуар 2020, 11:35

Төп документҡа эйә булдылар

Рәсәй федерацияһы гражданины паспортын алыу һәр йәш кешенең тормошонда иҫтәлекле

Рәсәй федерацияһы гражданины паспортын алыу һәр йәш кешенең тормошонда иҫтәлекле ваҡиға ул. Шаран районында ун дүрт йәше тулған үҫмерҙәргә тәүге тапҡыр паспорт тапшырыу тантанаһы үтте.

Был сара Шаран ауылы балалар ижады һәм спорт үҙәгендә ойошторолдо. Уның почётлы ҡунаҡтары – муниципаль районы хакимиәте башлығы И. Сәмиғуллин, Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты В. Соколов булды.

Йәштәр үҙәге директоры А. Хәйруллина үҫмерҙәргә Рәсәй Фе-дерацияһы Конституция көнө тураһында һөйләне. Йәштәргә паспорт менән бергә иҫтәлеккә сувенир ҙа бирелде.

Үҫмерҙәрҙе Рәсәй Эске эштәр министрлығының Шаран районы бүлеге миграция мәсьәләләре бүлексәһе начальнигы, полиция майоры З. Ғарифуллина ҡотланы һәм уҡыуҙарында ҙур уңыштар теләне. ата-әсәләр, үҙ сиратында, балаларына тыуған илен яратырға, үҙ төбәгенең лайыҡлы ағзалары булып үҫеүҙәрен теләне.

Йәш һәләттәр – Шаран ауылы балалар ижады һәм спорт үҙәге берекмәләре тәрбиәләнеүселәре Миләүшә Солтанова, Гөлназ Прокопьева музыкаль номерҙары менән шатландырҙы.

Читайте нас: