+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
31 Ғинуар 2020, 14:55

Ришат Төхвәтуллинға Татарстандың атҡаҙанған артисы исемен тапшырҙылар

Башҡортостандың талантлы йырсыһы тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларына ышанабыҙ!

Яҡташыбыҙ, Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы егете, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллинды Татарстандың атҡаҙанған артисы исеме алыуы менән ҡотлайбыҙ!!!
Ришат сәхнәлә тәүге аҙымдарын тыуған Туймазы районында яһай, һуңынан ул Октябрьский музыка училищеһының Башҡорт фольклоры бүлегендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Закир ҡыҙы Мусина класында белем ала. Ә аҙағыраҡ Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлегендә профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Фатхулла ҡыҙы Сәғитова класында уҡый. Тырыш йырсы ошо оло йөрәкле ике остазының ышанысын аҡланы!

Башҡортостандың талантлы йырсыһы тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларына ышанабыҙ!

Хөрмәтле тамашасыларым, һеҙ мине ҙур үрҙәргә күтәрҙегеҙ, хеҙмәтемә баһа бирҙегеҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәтемде белдерәм һәм ышанысығыҙҙы аҡларға бар көсөмдө һаласаҡмын, – тип яҙған Ришат Instagram биттәрендә.

Читайте нас: