+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
31 Ғинуар 2020, 11:23

Фатихамды бирәм һиңә!

" Башҡорт теле йылы" сиктәрендә 21 ғинуар Башҡотостандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Ф.Һ.Туғыҙбаеваның 70 йәшлек юбилейына бағышланған "Фатихамды бирәм һиңә!" тип аталған шиғри конкурстың 3-сө район этабы үтте

" Башҡорт теле йылы" сиктәрендә 21 ғинуар Башҡотостандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Ф.Һ.Туғыҙбаеваның 70 йәшлек юбилейына бағышланған "Фатихамды бирәм һиңә!" тип аталған шиғри конкурстың 3-сө район этабы үтте. Беренсе этабында видеояҙмалар, буктрейлерҙар, рәсемдәр конкурсы үтһә, икенсе этабында башҡорт теле уҡытыусылары асыҡ дәрестәр, төрлө саралар үткәрҙе. Өсөнсө этабында ата -әсәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар бик әүҙем ҡатнаштылар, яҡташыбыҙҙың шиғырҙарын һөйләнеләр, әкиәттәрен сәхнәләштерҙеләр. Яҙыусылар союзы ағзаһы Нурлан Ғәниевтың ҡатнашыуы был сараға тағы ла мәртәбә өҫтәне. Еңеүселәргә Дипломдар тапшырылды һәм улар республика этабына саҡырылды.

Лариса Баймөхәмәтова.

Читайте нас: