+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
30 Ғинуар 2020, 18:41

Ҡәһәрле доза

Кәнфит ашап ағыуланған балалар тураһында ишетеп тетрәндек уҙған йылда. Рәсәйҙә ошо никотинлы кәнфит ашап, һағыҙ сәйнәп ағыуланған, вафат булған осраҡтар ҙа теркәлде.

Кәнфит ашап ағыуланған балалар тураһында ишетеп тетрәндек уҙған йылда. Рәсәйҙә ошо никотинлы кәнфит ашап, һағыҙ сәйнәп ағыуланған, вафат булған осраҡтар ҙа теркәлде.Снюс тип атала был ағыулы кәнфит. Уны сауҙа үҙәктәрендә, магазиндарҙа, интернет аша һатҡандар. Был афәт бигерәк тә үҫмерҙәр араһында киң таралды. Бер ниндәй еҫе сыҡмаған, ашағанды һис кем белмәгән кәнфит бик зарарлы – уның составында күп миҡдарҙа никотин бар.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 11 йәшлек бала ошо кәнфитте ашап ағыуланғас, республика Башлы-ғы Радий Хәбиров был ағыуҙы бөтә магазин кәштәләренән юҡ итеүҙе талап итте. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан буйынса бүлексәһе “Халыҡ контроле” проекты сиктәрендә снюстарҙы һатыуҙы тикшереү буйынса рейдтар ойошторҙо.

Ошонан сығып, шуны әйтәһе килә: һаҡ булығыҙ! Ҡайҙа, кем һата ул афәтте, тейешле урындарға еткерегеҙ! Сөнки балаларыбыҙҙы беҙ ҡурсала-маһаҡ, һаҡламаһаҡ, кем һаҡ-лар? Улар сағыу, ялтырауыҡлы тышлығына мауығып, бер ни аңламай ашарға мөмкин. Һәм ғүмерлеккә үҙҙәренең һаулығы-на зыян килтерә, яҙмышын боҙа.

Республикала никотинлы ҡатнашмаларҙы һатыуҙы тыйыу тураһында ҡанун сығарырға уйлайҙар. Эске эштәр мини-стрлығы, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте, прокуратура һәм тикшереү комитеттары берҙәм булып, рейдтарҙы даими үткәреп торһа, бындай фажиғәләргә юл ҡуйылмаҫ ине.

Хөрмәтле ата-әсәләр, балалар, һаҡ булығыҙ! Үҙегеҙгә бирелгән ғүмерҙе лайыҡлы йәшәргә ты-рышығыҙ! Уны төрлө боҙомдар, афәттәр урап үтһен!

Читайте нас: