Ҡала Советы депутаттары президиум ултырышында ошо мәсьәләне ҡараны.
Шағирға һәйкәл ҡуйылған Өфө «Нур» татар дәүләт театры янындағы майҙанға Ғабдулла Туҡайҙың исемен бирергә тәҡдим ителә.
Был мәсьәлә эш комиссияһы ултырышының көн тәртибенә индерелә.
Проекттар буйынса һуңғы ҡарарҙар 2020 йылдың 12 февралендәге ултырышта ҡабул ителергә тейеш, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.