+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
30 Ғинуар 2020, 13:35

Башҡортостанда 2020 йылдың 20 февралендә никах теркәргә теләүселәр арта

Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта республиканың ЗАГС бүлектәренә был көндә никах теркәү тураһында 362 ғариза бирелгән

Шуның 99-ы – Өфөлә.
Өйләнешеүселәр никахҡа инеү өсөн ошондай көндәрҙе алдан һайлай, матур һандарҙың тура килеүе бәхет нигеҙе булырына ышана. Өҫтәүенә уларҙы хәтерҙә ҡалдырыуы еңелерәк. Ләкин психологтар календарь даталарына түгел, ә бер-береңдең хис-тойғоларына иғтибарлыраҡ булырға кәңәш бирә, сөнки бәхетле һәм ныҡлы ғаиләнең нигеҙе — мөхәббәт, ихтирам, түҙемлек.
Шуға ҡарамаҫтан, ЗАГС-тар был көндә лә, унан һуң килгән шәмбелә – 2020 йылдың 22 февралендә өйләнешергә теләүселәрҙе теркәргә әҙерләнә, тип бәйән ителә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сәхифәһендә.
Шулай уҡ быйыл 20.03.20, 20.05.20, 20.06.20 даталары ла никахҡа инеү өсөн өсөн популяр булыр тип көтөлә.
Читайте нас: