+11 °С
Болотло
Ауыл кешеләре йәшел йылан ҡорбаны булмаһын өсөн күп эштәр башҡарылды, төрлө кәңәшмәләр, саралар, осрашыуҙар ойошторолдо. Ауылдың бөтә йәмәғәт ойошмалары ла: ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ойошмаһы был изге эштә бик әүҙем ҡатнаша. Айырыуса мәктәп коллективы, мәсет имамы, ауыл советы әүҙем эш алып бара. Эште артабан йәнләндереү өсөн Ғафур ауылы йәштәр үҙәгендә «Ҡатыҡ байрамы» ойошторола. Сара 31 ғинуар сәғәт 5-те башлана.