+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
29 Ғинуар 2020, 14:29

Уртаҡ байрам берләштерә

Р. Шәрипов исемендәге Сабай урта мәктәбендә “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” респуб-лика фестивале сиктәрендә “Атай, әсәй һәм мин – спорт яратабыҙ” исемле ярыштар уҙҙы.

Р. Шәрипов исемендәге Сабай урта мәктәбендә “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” респуб-лика фестивале сиктәрендә “Атай, әсәй һәм мин – спорт яратабыҙ” исемле ярыштар уҙҙы. Әлеге сараның маҡсаты – ғаиләләрҙе берләштереү һәм нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, Яңы йыл байрамы көндәрендә балаларҙың һәм өлкәндәрҙең ялын ойоштороу. Ойоштороусылар – Мәғариф, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары менән берлектә, Бүздәк районы хакимиәте ярҙамында ”Берҙәм Рәсәй” партияһы.

Байрамға район үҙәге ҡунаҡтары: йәштәр эштәре, физик культура, спорт һәм туризм буйынса баш белгес Радмир Әлимбәков, “Олимп” өҫтәмә белем биреү үҙәге директоры Вадим Әмиров килде. Сарала мәктәп директоры Альберт Арыҫланов, мәҙәниәт йорто директоры Нәжибә Шаһабетдинова, уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар ҡатнашты. Бәйгелә 1-2-се класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре араһынан алты ғаилә көс һынашты: ҡыҙҙары Светлана менән Эльза һәм Рафаэль Әхмәтшиндар, улдары Артур менән Айгөл һәм Финат Шаһабетдиновтар, улдары Николай менән Айгөл һәм Урал Ғайсиндар, улдары Ранис менән Сулпан һәм Рәмил Насибуллиндар, ҡыҙҙары Ләйсән менән Зилиә һәм Ришат Хафизовтар, улдары Алан менән Мәҙинә һәм Владик Ғимаевтар. Ата-әсәләргә һәм балаларға биш төрлө эстафета уҙырға кәрәк ине: “змейка”, “пингвиндар”, “гимнастика”, “навигатор”. “каракатица”. Спорт бәйгеләрендә ҡатнашыусылар етеҙлек, мәргәнлек, көс, берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ күрһәтте.

Спорт дәрте һәм еңеүгә ирешеү теләге команда ағзаларын шул тиклем биләп алды, улар хатта тирә-яҡтағы хәлдәргә лә иғтибар итмәне. Барыһы ла финишҡа беренсе булып килергә тырышты. Зал шатлыҡлы көлөүҙән, ҡатнашыусыларҙы дәртләндергән тауыштарҙан гөр килеп торҙо. Спорт-ғаилә байрамы бер тында уҙҙы. Һәр яңы бәйге менән спорт сәме арта барҙы. Сара аҙағында урындар нисек бүленеүгә ҡарамаҫтан, барлыҡ ҡатнашыусылар һәм тамашасылар ыңғай кисерештәр һәм күңелле тәьҫораттар алды. Барыһы ла бәхетле ине был көндө! Ә бәхетле күҙҙәр – байрамды ойоштороусылар өсөн иң яҡшы бүләк. Шаһабетдиновтар ғаиләһе еңеүсе тип табылды. Спорт һөйөүсе ғаиләләр дипломдар менән бүләкләнде.

Уртаҡ байрамдар һәм бергәләп күңел асыу ата-әсәләрҙе һәм ба-лаларҙы бик яҡынайта. Нәҡ бына шуға ла беҙҙең мәктәптә ата-әсәләр менән бергәләп спорт байрамдары үткәреү матур йолаға әйләнде.

Читайте нас: