0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
29 Ғинуар 2020, 14:33

Әсәй булыу – оло бәхет

Йәмғиәттә күптән инде күп балалы әсәй булыу ауыр тип һанала, сөнки мәшәҡәт тә, финанс сығымдар ҙа бер нисә тапҡыр арта.

Йәмғиәттә күптән инде күп балалы әсәй булыу ауыр тип һанала, сөнки мәшәҡәт тә, финанс сығымдар ҙа бер нисә тапҡыр арта. Икенсе, өҫтәүенә, өсөнсө, унан күберәк бала табырға бөгөн бик аҙ ғына ғаилә баҙнат итә. Тик күп балалы әсәйҙәр, киреһенсә, бер нисә баланы, берҙе генә үҫтергәнгә ҡарағанда, еңелерәк, ә ҙур татыу ғаиләлә мөхәббәт һәм бәхет барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы һәм проблемаларҙы ла еңә, тип һанай.

Бала – бәхет ул. Ә Усман Ташлы ауылынан Йосоповтар ғаиләһендә ул башҡаларҙыҡына ҡарағанда бер нисә тапкыр күберәк. Сөнки Диләрә бөгөнгө көндә биш тапҡыр әсәй, һәм ғаиләлә тағын игеҙәктәр тыуыуын көтәләр!

Был йәш ҡатынға ҡарап, уға егерме һигеҙ йәш, уның күп балалы әсәй булыуын фаразлауы ҡыйын: тыныс һәм мөләйем, сабыйҙарға тауыш күтәрмәй, ваҡыт етмәүҙән зарланмай. Ул – йорт тотоусы хужабикә, һәм, әлбәттә, ғаилә үҙәге булып тора. Өҫтәүенә, биш бала әсәһе стереотиптарға ҡарамаҫтан, тормоштан яфаланғаны, арығаны бөтөнләй күренмәй. Балаларҙы ҡайғыртыу уға ауыр түгел.

Кес кенә Йосоповтар менән танышабыҙ. Диләгә һигеҙ йәш, ул икенсе класта уҡый. Радмирға ете йәш – беренсе класс уҡыусыһы. Улар өй эштәрендә әсәһенә ярҙамлаша, йәш ярымлыҡ Рузалинаны ҡарай. Биш йәшлек Дилнар үҙ йәшенә хас ҡыҙыҡһыныусанлыҡ менән әйләнә-тирә донъяны әүҙем өйрәнә, уға барыһы ла һәм бөтә тирә-яҡ ҡыҙыҡ. Ралинаға дүрт йәш, йәшенә ҡарамаҫтан, бик едти ҡыҙ. Ҡыҫҡаһы, бала, бала инде, һәр ҡайһыһының үҙ холҡо. Улар шундай төрлө, һәр кемгә әсәй йылыһы һәм наҙы күп кәрәк.

Күп балалы ғаилә бәхетен үҙ ҡулдары менән төҙөй. Динар һәм Диләрә көндәлек тормошта үҙ көстәренә ышана. Ишек алдына яңы йорт һалыу өсөн нигеҙ һалынған. Йосоповтарҙың ярҙамсы хужалығы ҙур: һыйыр, быҙауҙар, тауыҡтар ҙа бар, сезонында ҡаҙ, өйрәк үҫтерәләр... Улар дәүләттән йәки кемдән дә булһа ярҙам көтмәй. Балалар бер әйбергә лә мохтаж булмаһын өсөн, үҙҙәре аҡса эшләргә күнеккән. Ғаилә бюджеты бик ҙур булмаһа ла, йәшәргә етерлек.

Әсәй булыу – һәр ҡатын-ҡыҙҙың һәләте. Ә күп балалы әсәй булыу – һирәк бүләк. Һине яратып, яратҡан балаларыңдың биш пар ҡулы һине ҡосаҡлағандағы бәхет хисен башҡа тойғо менән сағыштырып буламы һуң? Биш балаға ғүмер биргән әсәй балаларһыҙ бәхетле булыу мөмкин түгел, тип һанай. Ул үҙен бәхетле кеше, ти.

Читайте нас: