+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общество
29 Ғинуар 2020, 14:36

Рух көслөлөгө менән таң ҡалдырҙылар

Спорт һөйөүсе, әүҙем, инициа-тивалы – былар барыһы ла беҙҙең ГТО сараһында ҡатнашыусылар тураһында

Спорт һөйөүсе, әүҙем, инициа-тивалы – былар барыһы ла беҙҙең ГТО сараһында ҡатнашыусылар тураһында

Өлкән йәштә булыуҙарына (60-69 йәштә) ҡарамаҫтан, улар иҫ киткес спорт формаһына эйә һәм судьяларҙы ғәжәп ныҡышмалылығы, рух көслөлөгө, азарт һәм физик әҙерлектәре менән таң ҡалдырҙы. Ошондай саралар бик мөһим, сөнки өлкән быуын кешеләренә ГТО нормативтарын үтәүгә әҙерлек барышында үҙ сәләмәтлектәрен нығытырға ярҙам итә. Ә иң мөһиме, үҙ-ара аралашыу мөмкинлеге бирә.

Замана пенсионерҙары күрһәткән һандар ГТО нормативтарынан күпкә өҫтөн. Йөҙөү буйынса тестта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла шаҡ ҡаттырғыс рекордтар ҡуйҙы. Норматив буйынса билдәләнгән 25 метр оҙонлоҡтағы юлды ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йөҙөп сыҡтылар.

Бөгөнгө сарала ҡатнашыусылар, паспорттағы һан-дарға ҡарамайынса, әүҙем тормош алып бара. Иң өлкән ҡатнашыусы – Алевтина Лесюк. Уға 72 йәш. ГТО-ның алтын билдәһенә бөтә ҡатнашыусылар ҙа тиерлек дәғүә итә. Йәш һәм физик һәләттәренә ҡарамаҫтан, улар бына тигән һөҙөмтәләр күрһәтте, сөнки рухы күтәренке уларҙың. Күңел менән бирешмәһәң, өлкән йәш кеше өсөн кәртә була алмай.

Билгене раҫлау өсөн тағын бер норматив ҡала – был саңғыла 2 саҡырым йүгереү. Осрашыуҙарға тиклем!

Читайте нас: