+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
29 Ғинуар 2020, 17:10

Республикала матур датала — 2020 йылдың 20 февралендә никах теркәргә теләүселәр арта

Өйләнешеүселәр никахҡа инеү өсөн ошондай көндәрҙе алдан һайлай, матур һандарҙың тура килеүе бәхет нигеҙе булырына ышана.

Башҡортостан ЗАГС-тарына 20 февралдә никах теркәү тураһында 362 ғариза бирелгән, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентылығы.
Өйләнешеүселәр никахҡа инеү өсөн ошондай көндәрҙе алдан һайлай, матур һандарҙың тура килеүе бәхет нигеҙе булырына ышана. Өҫтәүенә уларҙы хәтерҙә ҡалдырыуы еңелерәк. Ләкин психологтар календарь даталарына түгел, ә бер-береңдең хис-тойғоларына иғтибарлыраҡ булырға кәңәш бирә, сөнки бәхетле һәм ныҡлы ғаиләнең нигеҙе — мөхәббәт, ихтирам, түҙемлек.
Шуға ҡарамаҫтан, ЗАГС-тар был көндә лә, унан һуң килгән шәмбелә – 2020 йылдың 22 февралендә өйләнешергә теләүселәрҙе теркәргә әҙерләнә.
Шулай уҡ быйыл 20.03.20, 20.05.20, 20.06.20 даталары ла никахҡа инеү өсөн өсөн популяр булыр тип көтөлә.
Читайте нас: