-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общество
29 Ғинуар 2020, 17:11

Башҡортостан уҡытыусыларын дәртләндереү өсөн – 50 мен һум

Башҡортостан уҡытыусыларын дәртләндереү өсөн яңы түләүҙәр уйлап тапҡандар

Башҡортостан уҡытыусыларын дәртләндереү өсөн яңы түләүҙәр уйлап тапҡандар. Уларҙың йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50 мең алыуҙары мөмкин. Республика башлығы Радий Хәбировтың «Башҡортостан Республикаһы белем биреү ойошмаларының берҙәм дәүләт имтиханында максималь балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларына бер тапҡыр бирелә торған аҡса тураһында»ғы указы проектында ошо хаҡта әйтелә. Документ республика Мәғариф министрлығының рәсми сайтында баҫылған, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
«Бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме уҡытыусының ағымдағы йылда әҙерләгән сығарылыш уҡыусылары һанына бәйле түгел, бер уҡытыусыға — 50 мең һум. Түләү, уҡытыусыларҙың бынан алдағы йылдарҙа ошо түләүҙе алыу-алмауына ҡарамаҫтан, бөтәһе өсөн дә билдәләнә», — тип аныҡлана документ проектында.
Премия түләү өсөн аҡса Башҡортостан бюджетынан күсә, тип билдәләнә.
Шуны билдәләп үтәйек: уҡыусыларҙың берҙәм дәүләт имтиханындағы уңыштары өсөн уҡытыусыларға премия тапшырыу тураһында документ проекты әлеге ваҡытта килешеү стадияһында.
Фотола: Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәп уҡытыусыһы Ф. Сәфәрғәлиева 10-сы класста дәрес алып бара.
Читайте нас в