+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
23 Ғинуар 2020, 11:45

Рәсәй хөкүмәте яңыртылды

Владимир Путин «Федераль башҡарма власть органдарының структураһы тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы

Беренсе вице-премьер Антон Силуановтың урынын президенттың иҡтисад буйынса ярҙамсыһы булып эшләгән Андрей Белоусов биләне.
Премьер-министр урынбаҫарҙары элек унау ине, хәҙер улар туғыҙ. Уларҙың алтауһы – яңы кешеләр: Марат Хөснуллин, Виктория Абрамченко, Дмитрий Чернышенко, Алексей Оверчук, Дмитрий Григоренко. Юрий Борисов, Татьяна Голикова, Юрий Трутнев үҙ вазифаларында ҡалды.
Иҡтисади блок, көс структуралары һәм баш дипломат үҙгәрештәр кисермәне:
сит ил эштәре министры — Сергей Лавров, оборона министры — Сергей Шойгу, эске эштәр министры — Владимир Колокольцев, энергетика министры — Александр Новак, сәнәғәт һәм сауҙа министры — Денис Мантуров, финанс министры — Антон Силуанов,
транспорт министры — Евгений Дитрих, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры — Владимир Якушев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы — Евгений Зиничев, тәбиғәт ресурстары һәм экология министры — Дмитрий Кобылкин, Алыҫ Көнсығышты үҫтереү буйынса министр — Александр Козлов, ауыл хужалығы министры — Дмитрий Патрушев.
Хөкүмәттең социаль блогы тулыһынса яңыртылды, тип билдәләй The Bell.
Вероника Скворцова һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын Михаил Мурашкоға ҡалдырҙы.
Яңы мәҙәниәт министры — Ольга Любимова, ул Владимир Медицинскийҙы алмаштырҙы.
Мәғариф министры итеп Сергей Кравцов тәғәйенләнде. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин урынына — Антон Котяков. Спорт министрлығын Павел Колобков урынына Олег Матыцин етәкләй. Фән министры – Валерий Фальков, ул Михаил Котюковты алмаштырҙы.
Иҡтисади үҫеш министрлығын Максим Орешкин урынына Максим Решетников етәкләй.
Элемтә министры Константин Носков урынына Мәҡсүт Шадаев тәғәйенләнде.
Юстиция министры Александр Коновалов урынына - Константин Чуйченко, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: