+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общество
22 Ғинуар 2020, 20:30

Республика башлығы хоккей ҡараһын өсөн 93 йәшлек ветеранға телевизор бүләк итте

Радий Хәбиров Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында Шәбағыш ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ишморатов менән осрашты

Рәшит Әхмәҙулла улына 93 йәш. Ул 1943 йылдың ноябрендә Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәткә саҡырылған, 1945 йылдың авгусына тиклем Уссурийск крайы Ворошилов ҡалаһында (хәҙер Уссурийск) хеҙмәт иткән. 1946 йылдың көҙөнә хәтлем Кореяла 38 параллель буйынса сикләү һыҙатында булған. 1950 йылдың майында демобилизацияланған.
Демобилизациянан һуң Рәшит Әхмәҙула улы тыуған ауылына ҡайтҡан, Куйбышев исемендәге совхозда тракторсы булған, уның дөйөм хеҙмәт стажы 67 йыл тәшкил итә. Хәләф ефете менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. «Японияны еңгән өсөн», «Кореяны азат иткән өсөн» миҙалдары, «Отличник-пулеметсы» билдәһе менән бүләкләнгән.
Республика башлығы ветеранды яҡынлашып килгән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡотланы. Радий Хәбиров сәй табынында ветеранға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләне һәм, ветерандың хоккей ҡарарға яратыуын иғтибарға алып, уға ҙур телевизор бүләк итте, тип хәбәр итә «Башинформ»агентлығы.
Фото ИА «Башинформ».


http://www.bashinform.ru/bash/1404444/
Читайте нас: