+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
20 Ғинуар 2020, 22:00

Иглин районының Оло Теләк ауылында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән

19 ғинуарҙа иртән ике фатирлы йорт янып киткән

Был ваҡытта бер фатирҙа — Зилара С., икенсеһендә Александр Б. өйҙә булған, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы..
«Мин иртән эшкә киткәндә ул йоҡлай ине. Өйҙән 30 саҡрым тирәһе алыҫлашҡас, Зилара шылтыратып, тиҙ арала янғын һүндереүселәрҙе саҡырырға ҡушты», — тип һөйләне фатир хужабикәһенең ире Ринат.
47 йәшлек Зилара күршеһен верандала сыҡҡан янғын тураһында иҫкәрткән һәм үҙе кире ут эсенә инеп киткән. Ул документтарын алырға теләгәндер, бәлки, ләкин өлгөрмәгән. Һөҙөмтәлә ҡатын Өфөнөң тән бешеү үҙәгенә оҙатылған, тәненең 90 проценты бешкән.
Сәхийәровтар ғаиләһе әлегә ҡәйнәһе йортона ҡайтҡан. Ринат менән Зилараның ике балаһы Башҡортостандың баш ҡалаһында уҡып йөрөй, ата-әсәһе менән бергә вайымһыҙ булмаған кешеләрҙән ярҙам көтә. Ғаилә башлығы әйтеүенсә, ул был урында яңы йорт төҙөргә теләмәй. Яңы өй һатып алырға һәм уны мотлаҡ страховкаларға йыйына.
Бәйләнеш өсөн телефон: Ринат Мәсғүт улы Сәхийәров 8 (961) 047-29-53⠀
Фото ИА "Башинформ".
Читайте нас: