-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
20 Ғинуар 2020, 22:00

Ашығыс медицина ярҙамы табиптарының уртаса хеҙмәт хаҡы 2019 йылда 74,9 мең һумдан артты

Был хаҡта республика хөкүмәтендәге «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә Максим Забелин хәбәр итте

«Ашығыс ярҙам»да эшләгән урта медицина персоналының хеҙмәт хаҡы уҙған йылдың ғинуар-декабрендә уртаса 43,1 мең һум тәшкил итте. Кесе медицина персоналы иһә 33,9 мең һум самаһы алды, тип яҙа «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Хәҙерге ваҡытта республиканың ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтендә 59 станция һәм бүлексәләр бар. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта 74 һәм 23 бригаданан торған бер ашығыс медицина ярҙамы станцияһы иҫәпләнә. Башҡортостандың 57 районында һәм ҡалаларҙа ашығыс медицина ярҙамы бүлексәләре эшләй.
Читайте нас: